14.01.2020
Өфөлә коммуналь хеҙмәте автопаркы яңы техника менән тулыланды
14 ғинуарҙа ҡаланың муниципаль ойошмаларының автопаркы 11 яңы техника менән тулыланды. Ҡала райондарының төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеларына яңы 6 «МТЗ» тракторы һәм 5 снегопогрузчик өҫтәлде.
13.01.2020
Өфөлә «Ҡаргиҙәр» профилактика операцияһы башланды
2020 йылдың 13 ғинуарынан 14 февраленә тиклем Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә юлһыҙ мотосараларҙы эксплуатациялау барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса «Ҡаргиҙәр» исеме аҫтында саралар уҙа.
13.01.2020
Баш ҡалала «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһы дауам итәсәк
Экологик акцияның төп маҡсаты – ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында файҙаланыу.
11.01.2020
Максимовка ҡасабаһында № 155 һанлы «Мин үҫәм» исемле яңы балалар баҡсаһы асылды
11 ғинуар Калинин районының Максимовка ҡасабаһында № 155 һанлы «Мин үҫәм» исемле яңы балалар баҡсаһы асылды. Яңы мәктәпкәсә учреждениеһы республиканың юбилей объекттарының исемлегенә ингән һәм «Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү - өс йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә белем бире...
10.01.2020
Өфөлә тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу эштәре дауам итә
10 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы биләмәһендәге тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса рейд үткәрелде. Уның барышында мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡала хеҙмәттәренең эше менән танышты.
09.01.2020
Өфөлә «Фэмили фест» ғаилә фестивале уҙасаҡ
11 ғинуарҙа «Арт-КВАДРАТ» ҡала үҙәге биләмәһендә «Фэмели фест» тигән беренсе ғаилә фестивале уҙасаҡ.
09.01.2020
Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре мең кубометрҙан ашыу ҡар сығарған
Яңы йылдың тәүге эш көнөндә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар урамдарҙы таҙартыуҙы һәм ҡаланы төҙөкләндереүҙе дауам итә. Бөгөн был эштәргә Ленин районының Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәтенең 27 эшсеһе һәм 28 берәмек махсус техникаһы йәлеп ителгән.
08.01.2020
Байрам көндәрендә ҡала хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләүҙәрен дауам итә
Яңы йыл каникулдарында Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре ҡала биләмәләрен тәртиптә тотоу буйынса эште дауам итә. Ҡар таҙартыу эштәре бөгөн дә дауам итә.
07.01.2020
Тауҙан шыуғанда һаҡ булығыҙ
Йыл башынан алып Өфөлә тейешһеҙ урындарҙа тауҙан шыуыу сәбәпле 9 йәрәхәтләнеү осраҡтары теркәлгән.
07.01.2020
Өфөнөң торлаҡ ойошмалары өй баштарын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу буйынса эш алып баралар
Өфөлөләрҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатынан, көн һайын торлаҡ хеҙмәткәрҙәре тарафынан күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың өй баштары таҙартыла.
06.01.2020
Өфө «Еңеү урамы» проектына ҡушыласаҡ
2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнә. Ошо айҡанлы быйыл Рәсәйҙең Транспорт министрлығы һәм «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты командаһы белгестәре етәкселегендә «Еңеү урамы» проекты бойомға ашырыла.
03.01.2020
Орджоникидзе районында «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһын уҙғарыу күҙаллана
Өфөлә яңы йыл шыршыларын утилләштереү буйынса «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһын уҙғарыу күҙаллана. Ул 11,12, 18 һәм 19 ғинуарҙа була.