Өфөлә тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу эштәре дауам итә

10 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы биләмәһендәге тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса рейд үткәрелде. Уның барышында мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡала хеҙмәттәренең эше менән танышты.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре көн һайын ҡала биләмәләрен ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу, тәртипкә килтереү эштәрен алып баралар. Улар машина йөрөтөүселәр һәм йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар булдырыу буйынса саралар күрә.

Шулай итеп, 10 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы биләмәһендәге тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса рейд үткәрелде. Уның барышында мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡала хеҙмәттәренең эше менән танышты.

Маршруттың башланғыс нөктәһе Комсомол һәм Урман техникумы урамдары сатында булды. Бында коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре тротуарҙарҙы механикалаштырылған ысул менән һәм ҡул менән таҙарталар.

Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илнур Идиятуллин һүҙҙәре буйынса, урам-юл селтәрҙәрен таҙартыу эштәре ҡаланың бөтә биләмәһе буйынса комплекслы рәүештә башҡарыла.

- Өфөнөң коммуналь хеҙмәттәре ҡышҡы каникулдар дауамында өҙлөкһеҙ режимда эшләнеләр. Бөгөнгө көндә ҡала буйынса 250 берәмек коммуналь техника һәм 450 юл эшсеһе эшләй. Таҙартыу эштәре төп урамдар буйынса ғына түгел, ә икенсе дәрәжәле урамдар буйынса ла башҡарыла, – тип әйтте ул.

Һуңынан  журналисттар Рәсәй урамындағы тротуарҙарҙы таҙартыу эштәре менән таныштылар. Әлеге участок буйынса граждандар«Инцидент-менеджмент» системаһына мөрөжәғәт иткән һәм коммуналь хеҙмәттәр кисекмәҫтән биләмәне таҙартыуға сыҡҡандар. Һөҙөмтәлә, эштәр тулыһынса башҡарылған.

Рейдтың икенсе пункты Ленин урамы булды. Бында шулай уҡ тротуарҙарҙы һәм йәйәүлеләр зоналарын таҙарталар. Әммә эште юл ситендә ҡалдырылған автомобилдәр ҡатмарландыра.

- Юл ситендә ҡалдырылған автомобилдәр эште башҡарыу ваҡытын арттыра, йәғни механикалаштырылған ысул менән башҡарып булған эште, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡул менән эшләргә тура килә. Һис шикһеҙ, автомобилдәрен күсереп торған граждандар ҙа бар, әммә, иғтибар итмәүселәр ҙә күп, – тип белдерҙе Илнур Идиятуллин.

Хөрмәтле өфөлөләр! Һеҙҙе юл эшселәре хеҙмәтен ихтирам итеүегеҙҙе һәм урамдарҙы ҡарҙан таҙартҡан ваҡытта үҙ машиналарығыҙҙы юл ситендә ҡалдырмауығыҙҙы һәм махсус юл техникаһы эшенә ҡамасауламауығыҙҙы һорайбыҙ.

Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, биналарҙың һәм өй ҡыйыҡтарын таҙартыу, ҡарҙан тротуарҙарҙы, йәйәүлеләр зонаһын таҙартыу һәм башҡа эштәр менән тирә-яҡтағы биләмәлере булған барлыҡ милекселәр һәм етәкселәр шөғөлләнергә тейеш.

Өфө ҡалаһыныү Төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоуҙы асыҡлағанда, йәғни тирә-яҡ биләмәләрҙе, ишек алдарын, фасадтарҙы, биналарҙың ҡыйыҡтарын, ишек алды юлдарын ҡарҙан, боҙҙан таҙартыу буйынса эштәр алып барылмаһа, район административ комиссияһы ағзалары тарафынан административ хоҡуҡтыы боҙоу тураһында беркетмәләр төҙөләсәк. Әлеге хоҡуҡты боҙоу өсөн вазифалы заттарға – биштән алып ун мең һумға тиклем, юридик заттарға ун биштән алып егерме мең һумға тиклем административ штраф ҡаралған. Бынан тыш, төҙөкләндереү, шул иҫәптән ҡар таҙартыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ғәйепле заттарға ҡарата административ штраф рәүешендә яза ҡаралған: граждандарға - ике мең һумдан алып өс мең һумға тиклем, вазифлы заттарға - ундан ун биш мең һумға тиклем, юридик заттарға илле мең һумдан йөҙ мең һумға тиклем.

Өфө Хакимиәте предприятие һәм ойошма етәкселәрен тротуарҙарҙы һәм йәйәүлеләр зоналарын, биналарҙың баҫкыстарын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу процессына актив ҡушылырға, боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар ҡулланырға саҡыра.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA