Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар
-
Проекттың һүрәтләнеше
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты иң эре ҡала агломерацияларының муниципаль һәм автомобиль юлдары үҫешен һәм норматив транспорт-эксплуатация хәленә килтереү программаларын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә. Ентекләберәк проекттың сайтында.
Өфөлә 2017 йылда проект сиктәрендә юлдарҙы ҡаплаған асфальтты йүнәтеү буйынса күләмле эш башҡарылды. Ҡаланың бөтә өлөштәрендә урынлашҡан 30 объектты йүнәтеү тамамланды.
-
Электрон карта
Өфө хакимиәте тарафынан юлдарҙы йүнәтеү буйынса электрон карта эшләнелде. Һуңынан ул “Яндекс” компанияһы менән килешеү нигеҙендә “Яндекс-тығындар” системаһы менән бер бөтөнгә берләштерелде. Юлдарҙы йүнәтеү картаһында ремонтҡа дусар ителгән урындар билдәләнә, объекттың паспорты, подрядчигы, ремонтлау ваҡыты күрһәтелә, шулай уҡ үҙ мәлендә Өфө юлдарында хәрәкәттең ябылыуы йәки сикләнеүе тураһында мәғлүмәт урынлаштырыла.
-
Светофорҙар һәм тротуарҙар
Шулай уҡ “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты сиктәрендә 29 юл сатында яңы светофор объекттары урынлаштырылды, урам-юл селтәренең 25 участкаһында булған светофор объекттары реконструкцияланды. Юлдар менән берлектә ҡаланың тротуар селтәре лә үҫтерелә. 2016-2017 йылдарҙа 80 мең погон метрҙан артығыраҡ дөйөм майҙаны 155 мең квадрат метр тәшкил иткән тротуар төҙөкләндерелде.
-
Хәүефһеҙ үткәүелдәр һәм туҡталыштар
Республиканың иң ҡыҙыу хәрәкәтле трассаларының береһе булған Өфө-Аэропорт юлында йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүелен төҙөү тамамланды. Яңы ҡоролма Өфө районында урынлашҡан әүҙем үҫешкән “Спутник” микрорайоны эргәһендә урынлашҡан. Трассаның ике яғында урынлаштырылған туҡталыш павильондары “Өфө - Аэропорт” юлындағы туҡталыштарҙың тышҡы күренешенең берҙәм концепцияһына ярашлы биҙәлгән. Был объект микрорайонда йәшәүсе граждандарҙың тәҡдимдәренә һәм мөрәжәғәттәренә нигеҙләнеп төҙөлдө.
-
Инновация технологиялары
Башҡортостан Республикаһының айырым юлдар участкаларында инновация технологияларын индереү тикшерелгәйне. “Өфө - Аэропорт” автомобиль юлында (7,5 км, Салауат Юлаев проспектында (120 м.) юл ҡатламының өҫкө өлөшө күләмле проектлау ысулы менән түшәлде. Урам-юл селтәренең башҡа өлөштәрендә өҫкө өлөштө түшәгәндә полимер-битум беркеткесе, һәм шулай уҡ атылған тау ҡатламдары ватығы ҡулланылды.
-
2018 йылға план
2018 йылға әҙерләнгән планға ярашлы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты сиктәрендә ҡаланың урам-юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо 81,26 км тәшкил иткән 51 участканы ремонтлау ҡаралған. Шулай уҡ авария сығанағы булып торған хәүефле урындарҙы юҡҡа сығарыу эштәре дауам ителәсәк.