Калинин районы данлы хеҙмәт биографияһына эйә. Ул республика индустриализацияһының тәүге емештәренең береһе. Нәҡ бында уҙған быуаттың 30-сы йылдарында сәнәғәт инфраструктураһы киң үҫеш ала, шул иҫәптән Өфө моторҙар эшләү заводы (хәҙерге «ӨМЭПБ» ААЙ), райондың һәм республиканың ғына түгел, ә бөтә илебеҙҙең дә ғорурлығына әүерелде.
Бөгөн Калинин районы Өфөнөң һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫешендә ҙур роль уйнай, барлыҡ кимәлдәге бюджетҡа тос өлөш индерә. Бында перспективалы яңы предприятиелар барлыҡҡа килә. Етештереүҙә рентабеллелек арта, хеҙмәтсәндәр алдында эш хаҡы буйынса бурыстар юҡ. Тиҙ темптар менән эшҡыуарлыҡ, ҡулланыусылар баҙары үҫешә.
Район социаль өлкәләге мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә. Көндән-көн уның тышҡы ҡиәфәте тик яҡшы яҡтан ғына үҙгәрә, үҫешә. Уңайлы торлаҡ йорттары төҙөлә, урамдар һәм ихаталар йәмләндерелә, заманса сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыу объекттары төҙөлә, транспорт бәйләнеше лә күпкә яҡшырҙы. Шулай уҡ, белем биреү өлкәһе үҫешә, урта махсус уҡыу йорттары селтәре киңәйтелә һәм камиллаштырыла, мәктәп һәм балалар баҡсаһы күбәйә.
Халыҡтың һаулығын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Яңы медицина учреждениелары, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, спорт майҙансығы асыла. Халыҡтың күпселеге, айырыуса йәштәр, сәләмәт ял итеү өлкәһенә йәлеп ителә.