Иҫке Ағиҙел күпере менән килеп тыуған хәл
-
Күпер тарихы
Ағиҙел йылғаһы аша автомобиль күпере (иҫке) 1956 йылда 414-се мостопоезд һәм 4-се һанлы Күпер төҙөлөшө тресы тарафынан «ГИПРОКОММУНДОРТРАНС» институты проекты буйынса төҙөлдө һәм Р-420 “Өфө – Ырымбур” федераль юлының башы булып тора.
1992 йылға тиклем күпер буйынса хәрәкәт бер полосанан ике яҡлы йүнәлештә ойошторолдо. Юл хәрәкәтенең көсөргәнешлеге артыу менән бәйле 1992 йылда яңы күпер төҙөлдө, уның буйынса ҡалаға инеү, ә иҫке күпер буйынса ҡаланан сығыу ойошторолдо.
-
Күперҙе тикшереү һәм хәрәкәтте бүлеп ойоштороу
Төрлө проект институттары тарафынан даими рәүештә ҡоролма планға ярашлы тикшереп торолдо. Әле 2004 йылда уҡ күперҙең бик ныҡ туҙыуы асыҡланғайны.
Иҫке Ағиҙел күперенең ябылыу ихтималлығы һәм хәрәкәтте бүлеп ойоштороу йәһәтенән һәңғы йылдарҙа планлаштырыпПугачев һәм икенсе Затон күперҙәре проектланды һәм төҙөлдө. Был йүнәлештәр, байтаҡ тораҡ пункттарҙың транспорт бәйләнешен тәьмин итеү кеүек урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бер рәттән “Өфө-Аэропорт” юлын бушатырға булышлыҡ итеп федераль трассаларға сығыуҙы тәьмин итергә тейеш ине.
-
2018 йылда күперҙә хәрәкәттең ябылыуы.
2017 йылда “Күперҙәр” ғилми-тикшеренеү үҙәге тарафынан үткәрелгән сираттағы тикшереү шуны асыҡланы: 61 йыл эсендә күперҙең конструкциялары шаҡтай иҫкергән. Был күперҙе эксплуатациялауҙы оҙайтыу өсөн “Күперҙәр” үҙәге тарафынан тәҡдимдәр бирелде.
12-14 ғинуарҙа иҫке күпер аша хәрәкәт тулыһынса ябылды. Был һауа температураһының түбәнәйеү менән бәйле ине. Махсуслаштырылған ойошма тарафынан 8-се терәк өҫтөндәге деформация йөйө 9,5 сантиметрҙан 14,5 сантиметрға тиклем киңәйгәнгеге асыҡланды. Был иһә үҙ сиратында деформация йөйөнөң металл конструкцияларына беркетелгән урындарындағы бетондың өлөшләтә емерелеүенә килтерҙе. Йәғни, күперҙе артабан файҙаланыу мөмкин түгел.
-
Яңы күперҙең проекты әҙер
Әлеге ваҡыттағы күперҙәр араһында урынлашасаҡ яңы күперҙе проектлау тамамланды. Башҡортостан Республикаһы етәкселеге һәм Хөкүмәте менән берлектә Ағиҙел йылғаһы аша әлеге ваҡытта булған ике күпер араһында яңыһын төҙөү һәм иҫке күперҙе тулыһынса яңыртыу өсөн аҡса эҙләү эш алып барыла.
Иҫке күперҙең файҙаланыу осорон ике йылға тиклем оҙайтырға мөмкинлек биргән авария-тергеҙеү ремонтын көндәр йылынғас ҡына башларҡа мөмкин. Ҡала хеҙмәттәр был ремонтҡа әҙерләнә.
-
Биш һыҙат урынына алты
Ҡалаға инеү/сығыу йүнәлештәрендә әлеге ваҡытта бары тик яңы Ағиҙел күпере генә эшләгәнгә күрә, транспорт хәрәкәтенең иң көсөргәнешле осоронда унда хәрәкәт итеү ауырлаша. Күперҙәге хәрәкәтте бушайтыу маҡсатында Эске Эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Идаралығы менән берлектә унда алты һыҙатлы – һәр бер йүнәлештә өсөшәр - хәрәкәт ойошторорға килешелде. Бының өсөн 200 пластик бон, ике өҫтәмә реверслы светофор урынлаштырылды, ваҡытлыса билдәләр һыҙылды.
-
Йөк транспортына көндөҙгө тыйыу
Күпер аша үтеүҙең былай ҙа еңел булмаған шарттары ҙур йөк автомобилдәре тарафынан тағы ла ауырайтыла, улар ҡоролмаға булған баҫымды тағы ла арттыра, юл хәрәкәтен сикләй, уңайһыҙлыҡ тыуҙыра һәм дөйөм юл-транспорт ваҡиғаларының барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске Эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Идаралығы етәкселеге менән килеп тыуасаҡ хәлдең эҙемтәләре хаҡында фекер алышҡандан һуң кәңәшмә барышында күпер аша көндөҙ йөк транспортының хәрәкәтен сикләү тураһында берҙәм фекер ҡабул ителде.
Был ҡарарға ярашлы күпер менән йөк транспорты бары итк төнгө сәғәттәрҙә генә – 22.00 сәғәттән иртәнге 6.00 сәғәткә тиклем генә файҙалана ала.
-
Төрлө маршруттар менән файҙаланығыҙ
Өфө хакимиәте индерелгән сикләүҙәрҙе аңлы рәүештә ҡабул итеүҙәрегеҙҙе, ҡалаға инеү йәки унан сығып ките- өсөн башҡа төрлө маршруттар – Затон һәм Пугачем күперҙәрен файҙаланыуығыҙҙы һорай.