Башҡортостанда Волга буйы федераль округының сираттағы "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы буйынса проекттар конкурсы старт алды.
Кузнецов Затоны - йәш һәм перспективалы район, ул тиҙ төҙөлә һәм унда кешеләр һаны арта, йәшәү өсөн шарттар йорттар төҙөү этабында булдырыла.
Әммә... Кешеләр өсөн генә түгел, хайуандар өсөн дә йәшәү шарттары кәрәк, сөнки беҙҙең тормошто дүрт аяҡлы дуҫтарҙан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай.
“Микрорайонда эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡтар бөтөнләй юҡ. Ә йорт хайуандарын һәм уларҙың хужаларын берәҙәк эттәрҙән һаҡлау ихтыяжы һәр саҡ бар. Дөрөҫөн әйткәндә, хәүефһеҙлек өсөн төркөмләп йөрөргә мәжбүрбеҙ. Мәғлүм булыуынса, эттәрҙе дрессировкалау һәм йөрөтөү өсөн майҙансыҡтар ҡалала эпидемиологик һәм эстетик хәлде яҡшыртыу, шулай уҡ эттәр ҡатнашлығындағы бәхәсле хәлдәрҙе кәметеү, эт аҫраусыларҙың кинологик мәҙәниәтен һәм гражданлыҡ әүҙемлеген күтәреү, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар ойоштороу маҡсатында булдырыла.
Әүҙем тормош позициялы кешеләр өсөн ҡаршылыҡтар юҡ: улар барлыҡ хәлдәрҙән дә сығыу юлын таба. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы Киров районының Петровский тыҡрығындағы урам комитеты халҡы ла ППМИ-2024 программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Шуныһы - Башҡортостанда әлегә тиклем бындай проекттар булмаған”, - ти әүҙемселәр төркөмө етәксеһе Анастасия Земскова.