Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев халыҡ менән тура диалогтың, улар менән даими осрашыуҙың мөһимлегенә һәр ваҡыт иғтибар итә. Шулай итеп, бөгөн ул Октябрь проспекты, Степан Халтурин, Левченко һәм Бабушкин урамдары менән сикләнгән биләмәлә йәшәүсе Совет районы халҡы менән осрашты.
Коронавирус сикләүҙәре ваҡытында ҡала халҡы аралашыуға ҡытлыҡ кисергән кеүек, йәшәйештең төрлө өлкәләрендә проблемалар ҙа килеп тыуҙы.
Бөгөн улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарын Ратмир Рәфил улына бирә алды. Күп осраҡта улар торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, шул иҫәптән күп фатирлы йорттарҙы, подъездарҙы, ҡыйыҡтарҙы, төтөн сығыу юлдарын ремонтлауға, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҡағылды. Шулай уҡ ҡайһы бер кешеләр подъезд эргәһендә эскәмйәләр ҡуйыуҙы һәм авария хәлендәге ағастарҙы бысыуҙы һораны.
- Бөгөнгө көндән алып ихата биләмәләрен ҡарай башлайбыҙ. Был бик һөҙөмтәле практика. Совет районының бер кварталын яуаплы ҡала хеҙмәттәре менән үттек. Халыҡ менән аралаштыҡ. Бесәйҙәрҙе ҡотҡарыуҙан алып ҡыйыҡты капиталь ремонтлауға тиклемге бөтә мәсьәләләрҙе лә контролгә алдыҡ, - тип йомғаҡ яһаны Ратмир Мәүлиев.