Өмөтлө һөйләшеү


23 ғинуар көнө Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Алексадрович Котов Башҡортостан республикаһынан ситтә уҡыған район студенттары менән осрашты. Осрашыуҙа район башлығы урынбаҫары Мирхәт Зәкир улы Ҡазарғолов, гуманитар һәм социаль мәсъәләләр буйынса идаралыҡ начальнигы Венера Әсхәт ҡыҙы һәм мәктәп директорҙары ҡатнашты.

23 ғинуар көнө Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Алексадрович Котов Башҡортостан республикаһынан ситтә уҡыған район студенттары менән осрашты. Осрашыуҙа район башлығы урынбаҫары Мирхәт Зәкир улы Ҡазарғолов, гуманитар һәм социаль мәсъәләләр буйынса идаралыҡ начальнигы Венера Әсхәт ҡыҙы һәм мәктәп директорҙары ҡатнашты.

Район башлығы йәштәргә ҡаланың үҫеш преспективалары, йәш белгестәргә күрһәтелгән ярҙам тураһында һөйләне. Уларҙың алдағы эшмәкәрлеге тураһында ҡыҙыҡһынды. Тыуған ҡалаларына квалификациялы белгестәр булып әйләнеп ҡайтыуҙарын түҙемһеҙләнеп көтөүе хаҡында белдерҙе.

Сараға 91-се гимназияны тамамлаусылар Таһир Хәйретдинов, София һәм Анастисия Горбачевалар, 39-сы гимназиянан Ярослав Сидякин менән Тимур Дәүләтов, 35-се белем биреү үҙәгенән Милана Захарчук, 46-сы лицейҙан Камилла Ғиниәтуллина, 4-се мәктәптән Арина Ильина килгәйне.

Сараға килеүселәрҙең һәр береһе мәктәп йылдарында төрлө конкурстар, олимпиадалар, фәнни-практик конференциялар, спорт ярыштары еңеүселәре һәм призлы урын алыусылар.

-91-се гимназияны тамамлап, сит илдә белем алғандан һуң Өфөгә ҡайттым. Алған белемемде тыуған ҡалам файҙаһына ҡулланырға уйлайым, - ти Анастисия Горбачева.

Осрашыуға килгән студенттар район башлығына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр. Һөнәр һайлау , төрлө юҫыҡта үҫеш юлдары тураһында йылы әңгәмә булды.

Информацион технологиялар, механика һәм оптика буйынса Фәнни-эҙләнеүҙәр университеты студенты Ярослав Сидякин Башҡортостанда әлеге ваҡытта кәрәкле һөнәрҙәр менән ҡыҙыҡһынды.

Олег Котов студенттарға уҡыуҙарында уңыштар теләне, иҫтәлеккә Өфө тураһында китап тапшырып, йөкмәткеле осрашыу өсөн рәхмәт белдерҙе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー