Кисә Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле көнө үтеп китте. Был байрамды башҡорт шағиры, мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнап, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле көнө тураһында указ булдыра.
Өфөнөң Орджоникидзе районында мәктәп һәм балалар баҡсаларында был байрамға арнап тематик саралар уҙғарыла. Балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм викториналар, осрашыуҙар һәм флешмобтар, шулай уҡ әҙәби-музыкаль кисәләр, класс сәғәттәре ойошторолдо.
Мәҫәлән, Советтар Союзы геройы Мансур Һиҙиәт улы Абдуллин исемендәге 109-сы мәктәптә бер аҙнаны байрамға арнанылар. Дүшәмбе, 11 декабрҙә, тантаналы линейка булһа, шишәмбе - Өфө ҡалаһы Советы депутаты Вероника Ананьева 9-11 класс уҡыусылары өсөн парламент дәресе үткәрҙе һәм «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы закон хаҡында һөйләне. Шуның нигеҙендә уҡыусылар башҡорт телен өйрәнә лә инде.
Педагог-китапханасы Светлана Егошина уҡыусылар өсөн халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың 85 йыллығына арналған дәрес уҙғарҙы, шулай уҡ бөтә кластарҙа ла Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижадына арналған класс сәғәттәре үтте.
71-се мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары башҡорт йыһаздары һәм милли биҙәүестәр күргәҙмәһенә барҙы. Ә 82-се гимназияла «Башҡорттарҙың музыка ҡоралдары» асыҡ сараһы үтте. Унда 5-се музыка мәктәбенең уҡыусылары һәм уҡытыусылары килеп, башҡорт халҡының билдәле көйҙәрен («Байыҡ», «Таштуғай», «Хәтирә» һәм башҡалар) башҡарҙылар.
Бынан тыш уҡыусылар ҡурай, ҡумыҙ, думбыра һәм баян кеүек музыка ҡоралдары менән дә танышты. 14 декабрҙә райондың барлыҡ мәктәптәрендә лә Берҙәм башҡорт теле дәресе үткәрелде. «Аҡмулла диктанты» акцияһынан белем биреү учреждениелары ситтә ҡалманы.