Байрам көндәрендә ҡала хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләүҙәрен дауам итә

Яңы йыл каникулдарында Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре ҡала биләмәләрен тәртиптә тотоу буйынса эште дауам итә. Ҡар таҙартыу эштәре бөгөн дә дауам итә.

Яңы йыл каникулдарында Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре ҡала биләмәләрен тәртиптә тотоу буйынса эште дауам итә. Ҡар таҙартыу эштәре бөгөн дә дауам итә.

2020 йылдың 8 ғинуарында мәғлүмәт саралары вәкилдәре ял көндәрендә ҡала хеҙмәттәренең ишек алдын һәм урамдарҙы таҙартыу эштәре нисек ойошторолоуын тикшерҙе.

Айырым алғанда, беренсе пункт Степан Кувыкин урамы, 8 адресы буйынса урынлашҡан ихата булды. Бында иртәнән үк торлаҡ хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ишек алды биләмәһен комплекслы таҙарталар.

- Ишек алдарын комплекслы таҙартыу тротуарҙарҙы, йорттарҙың ҡыйыҡтарын, юлдарҙы һәм парковканы йыйыштырыуҙы үҙ эсенә ала. Ағымдағы йыл башынан Өфөлә 276 ишек алдында түбәндәге эштәр уткәрелде. Өҫтәмә рәүештә беҙ сүп-сар йыйыусыларҙы, баҫҡыс майҙансыҡтарын йыйыштырыусыларҙы, слесарҙарҙы, сантехниктарҙы һәм башҡа эшселәрҙе йәлеп итәбеҙ,-тип билдәләп үтте Өфө ҡалаһы торлаҡ хужалығы идаралығы директоры Раил Мирхәйҙәров.

Һәр комплекслы таҙартыу алдынан ихаталарҙа мәғлүмәти штендерҙар урнаштырыла. Йыйыштырыуға бер көн ҡалғас транспорт сараларының алғы тәҙрәләренә, мәғлүмәт стендтарына һәм подъезд алдарына таҙартыу эштәре  ҡайсан булыуын (дата, ваҡыт) күрһәтеп иғландар урнаштыралар.

Автомобиль йөрөтөүселәргә ишек алды комплекслы таҙартыу тураһында иғландарға хөрмәт менән ҡарарға һәм үҙ автомобилдәрен йорт яны биләмәһенән алып торорға кәрәк.

Һуңынан журналистар Айская урамы, 91 адресы буйынса өй баштарын, ҡыйыҡтарҙы һәм балкондарҙың башын таҙартыу эштәре менән таныштылар. Бында 3 кеше өй баштарын таҙартһа, 8 кеше ишек алдын йыйыштыра. Бынан тыш 3 берәмек техника йәлеп ителгән.

Ғөмүмән алғанда, бөгөн Өфө ҡалаһы буйынса 154 берәмек техника һәм 802 кеше йорт яны биләмәләрен таҙарталар. Күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың ҡыйыҡтарын таҙартыуҙа 280 кеше (65 бригада) һәм 8 автовышка эшләй.

Бөтә байрам көндәрендә ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре штатлы режимда эштәрен дауам иттеләр. Көн һайын Өфө урамдарын йыйыштырыуға 250 берәмек техника һәм 200 юл эшсеһе йәлеп ителде. Хеҙмәттәр тарафынан ҡар массаһын полигонға сығарыу ойошторолдо. Айырым алғанда, уҙған тәүлектә ҡаланан 13 000 кубометр ҡар сығарылған.

Рейдтың киләһе пункты Степан Халтурин урамы булды. Унда ҡарҙы йыйып тейәү һәм сығарыу буйынса эштәр ойошторолған ине.

Ғөмүмән алғанда, 2020 йылдың 1 ғинуарынан 7 ғинуарына тиклем Өфө ҡалаһы биләмәһенән коммуналь хеҙмәттәр 112 500 кубометрҙан артыҡ ҡар сығарған.      


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA