Максимовка ҡасабаһында № 155 һанлы «Мин үҫәм» исемле яңы балалар баҡсаһы асылды

11 ғинуар Калинин районының Максимовка ҡасабаһында № 155 һанлы «Мин үҫәм» исемле яңы балалар баҡсаһы асылды. Яңы мәктәпкәсә учреждениеһы республиканың юбилей объекттарының исемлегенә ингән һәм «Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү - өс йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу»  «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.

11 ғинуар Калинин районының Максимовка ҡасабаһында № 155 һанлы «Мин үҫәм» исемле яңы балалар баҡсаһы асылды. Яңы мәктәпкәсә учреждениеһы республиканың юбилей объекттарының исемлегенә ингән һәм «Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү - өс йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу»  «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашты.

 Ҡунаҡтар балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, педагогтарҙы һәм ҡасаба халҡын әһәмиәтле сара менән ҡотланы һәм дәрес, йоҡо бүлмәләрен, пищеблокты ҡарап сыҡтылар. Балаларҙың үҫешеүенә булышлыҡ итеү маҡсаты менән төркөм бүлмәләре, музыка залы заманса йыһазландырылған, учреждение биләмәһендә уйын комплекстары бар.

200 балаларға иҫәпләнгән  мәктәпкәсә учреждениеһы заманса технологиялар буйынса 2018 йылдың ғинуарында төҙөлә башлаған. Бөгөнгө көндә балалар баҡсаһының бөтә һигеҙ төркөмө тупланған.

- Төркөмдәрҙең исемдәре рус халыҡ әкиәттәре менән бәйле һәм бүлмәләр эсе тейешле тематика буйынса ҡоролған, – тип билдәләп үтте балалар баҡсаһы мөдире Ландыш Алетдинова. – Беренсе этажда урынлашҡан төркөмдәрҙә мониторҙар бар. Улар балаларға дәрес бирергә ярҙам итә.

Майҙаны 3 500 квадрат метрҙан ашыу булған балалар баҡсаһында барлыҡ уңайлы шарттар булдырырған. Бында иркен уйын һәм музыка бүлмәләре, спорт залы бар. Һаулығы буйынса мөмкинселектәре сикләнгән балалар ҙа йөрөй ала. Шулай уҡ бында балалар өсөн өҫтәмә белем биреү кабинеты, пищеблок, медицина кабинеты, изолятор һәм процедура кабинеттары бар.

Балалар баҡсаһы мөдире әйтеүенсә, учреждениела именлекте тәьмин итеүсе барлыҡ саралар ҡаралған.

Тышта һәр төркөмдөң уйын һәм ял өсөн үҙ майҙансыҡтары йыһазландырылған.

Яңы балалар баҡсаһы асылыу тантанаһы айҡанлы Өлфәт Мостафин кескәйҙәр өсөн ижади интерактив таҡта бүләк итте.

Яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсаһын төҙөү муниципалитеттың мөһим бурыстарының береһе булып тора. Өфө биҫтәләренең әүҙем үҫешенә бәйле яңы белем биреү учреждениеларын төҙөү актуаль мәсьәлә булып ҡала.

- Яңы йылда беҙҙең пландар ҙур. Беҙ 2 мәктәп һәм 4 балалар баҡсаһын төҙөй башлайбыҙ. Шулай уҡ реконструкция һәм капиталь ремонт эштәре планлаштырылған. Балаларға урын етмәү проблемаһын юҡ итеү маҡсаты менән беҙ йылына 5 мәктәп һәм 5-7 балалар баҡсаһын сафҡа индерергә тейешбеҙ, - тине Өлфәт Мостафин.

Билдәләп үтәбеҙ, Өфөлә яҡын арала Калинин, Дим һәм Совет райондарында тағы өс балалар баҡсаһы асылыуы көтөлә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA