Өфөлә «Ҡаргиҙәр» профилактика операцияһы башланды

2020 йылдың 13 ғинуарынан 14 февраленә тиклем Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә юлһыҙ мотосараларҙы эксплуатациялау барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса «Ҡаргиҙәр» исеме аҫтында саралар уҙа.

Бер ай дауамында Башҡортостан Республикаһы Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы вәкилдәре төбәктең тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығы белгестәре, Башҡортостан Республикаһы буйынса МВД ЮХИДИ идараһы һәм «Башҡортостан Республикаһының аусылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы» менән юлһыҙ мотосаралар хужалары араһында аңлатыу һәм профилактик эш алып барасаҡтар. Операция Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Әлеге сараның төп бурыстарынан береһе булып, техник ҡарауҙар уҙмаған һәм төҙөк булмаған мотосараларҙы ҡулланыу осраҡтарына юл ҡуймау тора. Хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата административ йоғонто саралары ҡулланыласаҡ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA