Тауҙан шыуғанда һаҡ булығыҙ

Йыл башынан алып Өфөлә тейешһеҙ урындарҙа тауҙан шыуыу сәбәпле  9 йәрәхәтләнеү осраҡтары теркәлгән.

Тауҙан шыуғанда һаҡ булығыҙ

Йыл башынан алып Өфөлә тейешһеҙ урындарҙа тауҙан шыуыу сәбәпле  9 йәрәхәтләнеү осраҡтары теркәлгән.

Быға бәйле, Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы тәртип ҡағиҙәләренә буйһоноу йәрәхәт алыу осраҡтарының һанын кәметеүе тураһында иҫкәртә. Тауҙан шыуыр өсөн тейешле һәм хәүефһеҙ урындарҙы һайлау хуплы.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Боҙ ҡаласығында булған саҡта баланы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Тауҙан шыуып төшөр алдынан тәү сиратта һаулыҡҡа зыян килтереләсәк осраҡтарҙы иҫкәртегеҙ – тау соҡорһоҙ, ярыҡтарһыҙ икәнлеген тикшерегеҙ.

Бынан тыш, балаларға тик тейешле урындарҙа шыуыуы тураһында иҫкәртеүе мотлаҡ. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәү сәбәпле тайып ҡолау йә башҡа төрлө йәрәхәтләнеү мөмкинлектәрен билдәләп итеү мотлаҡ.

Баш ҡала хеҙмәттәре ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын һаҡ булырға саҡыра һәм тейешһеҙ урындарҙа тауҙан шыуырға тыйылырға өндәй.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA