Өфө «Еңеү урамы» проектына ҡушыласаҡ

2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнә. Ошо айҡанлы быйыл Рәсәйҙең Транспорт министрлығы һәм «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты командаһы белгестәре етәкселегендә «Еңеү урамы» проекты бойомға ашырыла.

Өфө «Еңеү урамы» проектына ҡушыласаҡ

2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнә. Ошо айҡанлы быйыл Рәсәйҙең Транспорт министрлығы һәм «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты командаһы белгестәре етәкселегендә «Еңеү урамы» проекты бойомға ашырыла.
Был проект сиктәрендә йыл дауамында илдең 83 төбәгендә Еңеү көнөнә, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хөрмәтенә аталған ҡала урамдарын норматив торошҡа килтереү ҡаралған.

Проектың маҡсаты булып граждандарҙа рухи-әхлаҡи позицияларын формалаштырыу һәм Рәсәй киләсәге өсөн яуаплылыҡ хисен арттырыу тора.

«Еңеү урамы» проектына Өфө лә ҡушыласаҡ. Әйтеп үтергә кәрәк, баш ҡалала икенсе йыл рәттән «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты бойомға ашырылып килә.

Өфөлә яңы  юл-төҙөлөш миҙгелендә 22 участка юлдарҙы норматив шарттар буйынса төҙөкләндереү планлаштырылған. Ремонтланасаҡ урамдар исемлегенә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хөрмәтенә аталған урамдар ингән. Атап әйткәндә, Ветошников һәм Новоженов урамдары.

Бынан тыш, быйыл 2019 йылда башланған 1,2 километр оҙонлоғондағы Мостай Кәрим урамында ремонт эштәре дауам итәсәк. Проект буйынса, эш дүрт этапҡа бүленгән – Коммунистик урамынан алып Чернышевский урамына тиклем, Чернышевский урамынан алып Достоевский урамына тиклем, Достоевский урамынан алып Революция урамына тиклем, Революция урамынан алып Иван Яҡутов исемендәге парк биләмәһенә тиклем.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мостай Кәрим 1941 йылда фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала. 

Белешмә:
2019 йылда Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты эшен башланы. Ул 2017-2018 йылдарҙа эшләп килгән «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» приоритет проектына алмаш булып килде. Проекттар сиктәрендә өс йыл эсендә Өфөлә дөйөм алғанда 114 урам-юл селтәре объекттары ремонтланды.

Милли проект 2024 йылға тиклем бойомға ашырыласаҡ. Ул юл участка селтәрҙәрендә авария һанын һәм үлем осраҡтарын кәметеү,  норматив талаптарға яраҡлашҡан автомобиль юлдарының өлөшөн арттырыуға йүнәлтелгән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA