
30.03.2021
Яҙғы юл ремонты буйынса коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре эш башланы
Бөгөн Алексеевский шоссеһы, Деревенский, Сәләм урамдарында соҡор һәм уйылған ерҙәрҙе юҡ итеү бара.

28.03.2021
Өфөлә санитар таҙартыу буйынса яҙғы айлыҡ уҙасаҡ
29 мартта Өфөлә биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса яҙғы санитар айлыҡ башлана. Ул 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Дөйөм ҡала өмәләре 10 һәм 24 апрелдә уҙғарыласаҡ.

27.03.2021
Өфө ҡалаһы «Ер сәғәте» халыҡ-ара акцияһына ҡушылды
27 мартта Өфө ҡалаһы киске 9-сы яртынан 10-сы яртыға тиклем үткәрелгән «Ер сәғәте» халыҡ-ара акцияһына ҡушылды. Ул йыл һайын март айының һуңғы шәмбеһендә үткәрелә.

27.03.2021
Өфөлә «Табиптарға рәхмәт!» концерты булып үтте
27 мартта Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда «Табиптарға рәхмәт!» концерты булып уҙҙы.

27.03.2021
Өфөлә ҡала биләмәләрен таҙартыу буйынса өмә үтте
27 мартта Өфөлә ҡала биләмәләрен санитар таҙартыу буйынса өмә булды. Унда 14 меңдән ашыу кеше ҡатнашты һәм 658 берәмек техника йәлеп ителде.

27.03.2021
Радий Хәбиров торлаҡҡа мохтаж етемдәргә фатир асҡыстары тапшырҙы
Бөгөн, 27 марта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етем үҫкәндәргә баш ҡалалағы Кузнецов затоны микрорайонында яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы. Ун кеше торлаҡлы булды.
25.03.2021
Өфөлә ямғыр һыуын йыйыусы канализацияларҙы таҙартыу эштәре бара
Ҡар иреү сәбәпле, ҡала урамдарының ҡайһы бер участоктарында һыу йыйыла. Быны юҡ итеү маҡсатында яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм ҡарау буйынса махсуслаштырылған идара эшселәре канализация ағымдарын сүп-сарҙан, ҡарҙан һәм боҙҙан таҙарталар.

19.03.2021
Дим мәктәбендә «Әлифба менән хушлашыу» байрамы үткәрелде
Бөгөн беҙҙең мәктәбебеҙҙә матур кисә - беренсе класс уҡыусылары өсөн “Әлифба менән хушлашыу “байрамы үтте.
16.03.2021
Өфө ҡалаһы Хакимиәтендә оператив кәңәшмә үтте
16 мартта муниципалитетта оператив кәңәшмә уҙҙы. Уны ҡала Хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмил Мөслимов алып барҙы.

15.03.2021
Өфөлә пластик пакеттарҙа йыйып утилләштереү буйынса экологик акция уҙасаҡ
17 мартта Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө сиктәрендә Өфөлә «Пакет с пакетами – сдавайся!» тигән экологик акция үтәсәк.
15.03.2021
Ҡайһы бер ҡала транспорттарында юл хаҡы үҙгәрәсәк
5 апрелдән алып ҡайһы бер ҡала транспорттарында даими рәүештә пассажирҙар йөрөтөүгә тариф үҙгәрәсәк.

15.03.2021
Ҡала халҡын Октябрь Революцияһы урамын үҙгәртеү буйынса үҙ фекерҙәре һәм тәҡдимдәре менән уртаҡлашырға саҡыралар
Октябрь Революцияһы урамын йәйәүлеләр зонаһы булараҡ үҫтереү һәм төҙөкләндереү концепцияһын эш итеү сиктәрендә «Боронғо Өфө» сайты булдырылған. Бында һәр теләгән кеше урам менән бәйле фекерҙәрен, хәтирәләрен, тарихтар менән уртаҡлаша ала.