Өфөлә «Табиптарға рәхмәт!» концерты булып үтте

27 мартта Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда «Табиптарға рәхмәт!» концерты булып уҙҙы.

27 мартта Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда «Табиптарға рәхмәт!» концерты булып уҙҙы.

Сара коронавирус йоғошо менән алдынғы рәттә көрәштә булған табибтарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә ихтирам һәм рәхмәт йөҙөнән ойошторолдо.

Концертта Башҡортостан Республикаһының коллективтары һәм популяр артистары, йырсылары ҡатнашты. Шул иҫәптән, YALFY (Әльфиә Ниғмәтуллина), Алиса Йомағәлиева, Ильдар Абдуллин, RAHIMOV (Ришат Рәхимов), Рәмиль Бадамшин, «АНТ», «Премьер» һәм «Ҡарауанһарай» төркөмдәре.

Махсус ҡунаҡ – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, йырсы һәм композитор Денис Майданов.

Концерт программаһы дауамында экранда табибтар һәм ирекмәндәр эшсәнлеге тураһында видеороликтар күрһәтелде.

Асыҡ һауалағы концерт «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Беҙҙең хәстәрлек» проекты сиктәрендә ойошторолдо.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA