Радий Хәбиров торлаҡҡа мохтаж етемдәргә фатир асҡыстары тапшырҙы

Бөгөн, 27 марта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етем үҫкәндәргә баш ҡалалағы Кузнецов затоны микрорайонында яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы. Ун кеше торлаҡлы булды.

Бөгөн, 27 марта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етем үҫкәндәргә баш ҡалалағы Кузнецов затоны микрорайонында яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы. Ун кеше торлаҡлы булды.

–Был фатир һеҙгә ғаилә ҡорорға, тормошҡа шатланырға ярҙам итер тип өмөтләнәм. Беҙҙең етемдәр алдында бурысыбыҙ бар, йыл һайын улар өсөн бүленгән фатирҙар иҫәбен арттырабыҙ. Быйыл баш ҡалала 200 етем торлаҡ асҡысы аласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сират һаман ярайһы уҡ ҙур, шуға туҡтауһыҙ төҙөйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Мәғлүм булыуынса, 2021 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда торлаҡ алыу хоҡуғына 4 538 етем эйә. 2020 йылда ошо категорияға ҡараған 805 кешегә фатир бирелгән.

Төбәк етәксеһе Мәғариф урамында урынлашҡан йорттағы фатирҙарҙы ҡараны, өй туйлаусылар һәм урында йәшәүселәр менән аралашты. Улар микрорайонда мәктәп, балалар баҡсалары, поликлиника етмәүен, транспорт йөрөшө проблемаларын белдерҙе.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков әйтеүенсә, Кузнецов затоны микрорайонында балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған, поликлиника өсөн бина билдәләнә. Быйыл йәй аҙағына 2200 урынлыҡ мәктәп проектын әҙерләйәсәктәр, ул республикалғы  иң ҙур мәктәп буласаҡ. Төҙөлөш көҙ көнө башланыр тип көтөлә. 

Микрорайон үҫеше планы буйынса 2022 йылға тиклем был микрорайонда тағы алты йәмәғәт транспорты туҡталышы барлыҡҡа киләсәк тип күҙаллана.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA