Яҙғы юл ремонты буйынса коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре эш башланы

Бөгөн Алексеевский шоссеһы, Деревенский, Сәләм урамдарында соҡор һәм уйылған ерҙәрҙе юҡ итеү бара.
Бөгөн Алексеевский шоссеһы, Деревенский, Сәләм урамдарында соҡор һәм уйылған ерҙәрҙе юҡ итеү бара. Төндә Выгонная һәм Сәләм урамдарында юл ремонты буйынса эш алып барылды. Коммунистик, Ғәлимов Сәләм, Карьерная урамдарынан ҡарҙы сығарыу эше башҡарылды. Барыһы 77 рейс менән 1202,3 кубометр ҡар сығарылды. Ҡаланың Ленин районы буйынса йәмәғәт транспорты туҡталыштарында, тротуарҙы,юлды таҙартыу эше дауам ителә. Көндәлек режим менән коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре урамдарҙы,парктарҙы,скверҙарҙы таҙарта. Шулай уҡ районды төҙөкләндереү хеҙмәткәрҙәре тарафынан Выгонная, Дзержинская урамдарында контейнер майҙансыҡтарын,территорияны сүп-сарҙан таҙартыу эше башҡарыла. «Нижегородка» һәм «Кооператив» микрорайондарында ағын һыуҙарҙы һурҙырыу дауам итә.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA