15.03.2021
2972
17 мартта Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө сиктәрендә Өфөлә «Пакет с пакетами – сдавайся!» тигән экологик акция үтәсәк.
Пластик пакеттарҙы «Магнит» магазинының киләһе адрестары буйынса йыялар:
– М. Жукова урамы 30-сы йорт;
– Дағыстан урамы 2-се йорт;
– Мендеелев урамы 137-се йорт;
–Аксаков урамы 60-сы йорт.
Акция көндөҙ сәғәт 3-тән 6-ға тиклем үткәреләсәк.
Барлыҡ ҡала халҡын был акцияла ҡатнашырға һәм пластик пакеттарҙы утилләштереүгә саҡырабыҙ. Һәр ҡатнашыусы приздар уйнатыу өсөн лотерея билеты аласаҡ. Суперприз – мультиварка.