Өфө ҡалаһы Хакимиәтендә оператив кәңәшмә үтте

16 мартта муниципалитетта оператив кәңәшмә уҙҙы. Уны ҡала Хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмил Мөслимов алып барҙы.

16 мартта муниципалитетта оператив кәңәшмә уҙҙы. Уны ҡала Хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмил Мөслимов алып барҙы.

Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса фекер алышыр алдында ул 24 марттан Өфөлә йөк машиналары хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләүҙәр тураһында иҫкәртте.

– Был сикләү яҙғы осорҙа юлдарҙы һаҡлау өсөн индерелә. Йөк машиналарына бары тик махсус рөхсәт һәм юл полотноһына күрһәтелгән зыян өсөн түләү буйынса ғына хәрәкәт итергә мөмкин. Сикләүҙәр 22 апрелгә тиклем буласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт муниципалитет сайтында тупланған.

Һуңынан кәңәшмә барышында көн тәртибендәге төп мәсьәләләр ҡаралды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA