«Спорт һәм һаулыҡ!» спартакиадаһы дауам итә. Уның этаптарының береһе - бильярд буйынса турнир. Ошо көндәрҙә Өфөнөң Октябрь районы предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре был бәйгелә көс һынашты.
Конкуренттарҙы үтеү өсөн шарҙарҙы өҫтәлдә йәтеш шылдырыу- еңел булмаған бурыстарҙың береһе.
Бында техникаға эйә булыу ғына етмәй, ә ярышташтың ниәттәрен алдан һиҙемләй белеү мөһим.
- Йылдан-йыл бильярдҡа ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы ҡыуандыра, - тип уртаҡлашты район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе Леонид Ильин.
Һөҙөмтәлә «ОЗНО» компанияһы - беренсе, «Башкирэнерго» - икенсе, ә «бронза» «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы»нда.
Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ!