Өфө ҡалаһында Халыҡ-ара туған телдәр фестивале үтте

Бөгөн, 23 мартта, Әғзам Фәйзуллин исемендәге 39-сы һанлы гимназияла XXI тапҡыр үткәрелгән  Йәлил Кейекбаев исемендәге Халыҡ-ара туған телдәр фестивале үтте. 

Бөгөн, 23 мартта, Әғзам Фәйзуллин исемендәге 39-сы һанлы гимназияла XXI тапҡыр үткәрелгән  Йәлил Кейекбаев исемендәге Халыҡ-ара туған телдәр фестивале үтте. 
“Халыҡ тәжрибәһе- минең уҡытыусым, халыҡ аҡылы-минең иң яҡшы остазым”- тап шулай яңғырай фестивалдең темаһы. Сара  Рәсәйҙә “Уҡытыусы һәм остаз йылы”, Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән  “Атайсалға изге эштәр йылы” һәм ЮНЕСКО тарафынан билдәләнгән Халыҡ-ара поэзия көнө сиктәрендә уҙғарылды. 
Фестевалдә  Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәйҙең төрлө тәбәктәренән һәм сит илдәрҙән 23 ҡатнашыусы сығыш яһаны.
Фестивалдә ҡатнашыусылар  үҙҙәренең уҡытыусылары, остаздары  һәм тыуған яғы тураһында һөйләнеләр, уларға арнап яҙылған шиғырҙары менән таныштырҙылар, йырҙар йырланылар. 
Фестиваль рус, башҡорт, татар , сит һәм аҙ һанлы халыҡтарҙың телен берләштерҙе. 
Йәлил Кейекбаев исемендәге Халыҡ-ара туған телдәр фестивале 2007 –се йылдан эшләп килгән “Поколение XXI в диалоге евразийских культур” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA