Хужа кеше күп итеп кәзә йөнөн, тәм-том әҙерләп ҡуя, өмә булаған көндө ҡоймак ҡоя. Өмәгә дуҫ-иштәре, тыуған-тыумасалары саҡырыла. Унда кэзэ, һарыҡ йөндәре эшкәртелә: кемдер йөндө яҙа, кемдер эрләй, кайһы берәүҙәр йомғаҡҡа сорнай, кемдер бәйләй.Эште уйын-көлкө, күңел асыу менән аралаштыралар.
Эш бөткәс, хужа өмәселәрҙе сәй менән һыйлай. Балалар башҡорт халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәренең әһәмиәтенә төшөндөләр.Байрам күңелле лә, файҙалы ла булды.