Орджоникидзе районының С. Орджоникидзе исемендәге майҙанында боҙ ҡаласығын һүтеү буйынса эштәр бара

Боҙ композициялары менән хушлашырға ла ваҡыт етте.

Боҙ композициялары менән хушлашырға ла ваҡыт етте. Беҙҙең яңы йыл ҡаласығы меңдән ашыу халыҡты ҡыуандырҙы. Бөгөн, 3 февралдә, Орджоникидзе районының төҙөкләндереү буйынса хеҙмәт эшселәре С. Орджоникидзе исемендәге майҙанында «Сәскә атыусы боҙ» боҙ ҡаласығын һүтә башланылар.

– С. Орджоникидзе исемендәге майҙанында боҙ конструкцияларын һүтә башланыҡ: әкренләп улар ватыла башлай, тимәк, хәүеф тыуҙырыуы мөмкин. Майҙан һәр саҡ халыҡтың яратҡан урыны булды һәм был беҙҙе ҡыуандыра, әммә эштәрҙе башҡарған ваҡытта һаҡ булығыҙ. Хеҙмәткәрҙәр уларҙы мөмкин тиклем тиҙерәк тамамларға тырышасаҡ, – тип билдәләне Орджоникидзе районы Хакимиәте башлығы Альберт Маликов.

Майҙанда бөтәһе  13 боҙ һыны ҡуйылғайны. Улар – ете скульптура, ике лабиринт, һырғалаҡ, шыршы ҡоймаһы, башҡорт һәм рус телдәрендә ҡотлау. Уларҙы һүтеү ошо көндәрҙә тамамлана.

 

Әйткәндәй, быйыл С. Орджоникидзе исемендәге майҙанында «Сәскә атыусы боҙ» боҙ ҡаласығы «Вьюговей» яңы йыл фестивалендә беренсе урын яуланы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
bwslot168 bwslot168 rtp slot rp8888 slot777 rp888 login keris4d rp8888 rtp slot bwslot168 bwslot168 keris4d keris4d rp888 muara777 rp8888 keris4d andara88 rp8888 rp888 slot777 slot777 slot777 rp8888 rp8888 rp8888 andara99 rp888 rp8888 slot777 rp888 roket303 rp888 rp888 rp888 rp888 slot777 rp888 slot88 rp888 kingdomtoto royaltoto sultantoto direkturtoto rp888 rp888