26 ноябрендә "И.И.Рыбалко исемендәге 113-сө мәктәп" муниципаль автономиялы белем биреү учреждениеһында Әсәләр көнөнә бағышланған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ғаилә ял көнө үтте. Был сара һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы социаль- мәҙәни йәһәттән интеграциялау, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында үткәрелде. Балалар ата- әсәләре менән бергә төрлө ижади сараларҙа ихлас ҡатнаштылар, уйнанылар һәм аралаштылар. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бик күп ыңғай хис- тойғолар һәм сағыу тәьҫораттар алды.
30.11.2022
546