Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғүмәр Әбделмәнов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Иҫтәлекле таҡта Рихард Зорге урамы, 32/1 адресы буынса, йырсы йәшәгән йорт диуарына ҡуйылды.
Йыр-моң һөйөүселәр уның башҡарыуында «Имәндәр шаулай», «Һағыныу», «Төнгө серенада», «Көҙгө елдәр», «Сәскәләр уяныр», «Йылмай бер генә», «Өфө уттары» һәм башҡа йырҙарын яратып тыңлай.
Ғүмәр Әбделмәновтың башҡарыу манераһы ябайлыҡ һәм ихласлыҡ, үҙенсәлекле моңо менән айырыла. Уның йырҙары радиола, телевидениела яңғырап тора, оло быуын ғына түгел, урта быуын да, йәштәр ҙә яратып тыңлай.
Йыр сәнғәтенең «Алтын фонды»на ингән моңло ла, мәғәнәле лә йырҙары бихисап. Улар –мәңгелек...
18.10.2022
817