Был ял көндәрендә Өфөлә бал йәрминкәләре уҙғарыла. Төп үткәреү урыны – Ленин исемендәге майҙан. Бында «Татлы бал» күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Ҡала халҡы өсөн бал, умартасылыҡ һәм апитерапия продукцияһы, шулай уҡ сувенирҙар һатыу ойошторолған. Килгән ҡунаҡтарға күргәҙмә экспозициялары, дегустация тәҡдим ителде, шулай уҡ балдың составы һәм файҙаһы хаҡында һөйләнеләр.
Сара сиктәрендә «Муниципаль районды иң яҡшы күрһәтеү», «Иң яҡшы биҙәлгән сауҙа нөктәһе», «Йәрминкә ҡунаҡтары баһаһы буйынса иң яҡшы бал» номинацияларында конкурс үтә. Еңеүселәргә һәм призерҙарға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Теләге булғандарҙы йәрминкәләр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем көтәләр. Параллель рәүештә ҡаланың барлыҡ райондарында иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем традицион ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙа.