Өфөлә «1000 велосипедсы төнө» үтте

Ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда 3115 кеше төнгө велофестивалгә сыҡты.

«1000 велосипедсы көнө» фестивале Өфөлә 11 йыл дауамында төп спорт йолаларының береһе булып тора. Быйыл велохәрәкәт әүҙемселәре яңы форматты һынап ҡарарға булды һәм өфөлөләрҙе, баш ҡала ҡунаҡтарын «1000 велосипедсы төнө»нә саҡырҙы.

Тәүлек ваҡытынан тыш, спорт фестивален үткәреү маршруты ла үҙгәрҙе. Сарала ҡатнашыусыларға Черниковка урамы буйлап 7 саҡрым юл үтергә кәрәк ине. «Машиналар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда старт бирелде. Сара өсөн велосипедтар ғына түгел, фонарҙар ҙа мөһим атрибут булып торҙо. Ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда 3115 кеше төнгө велофестивалгә сыҡты.

- Бөгөн беҙ бында яңы изге йоланы - төнгө велоуҙышты башлап ебәрәбеҙ, - тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға ҡала Хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский. - Өфө үҙенең велосипед ҡеүәтен бер нисә тапҡыр күрһәтте, һәм бөгөн уның тарихында яңы бит. Бындай саралар ҡаланың автотранспорттан буш төнгө урамдарын күрергә мөмкинлеге бирә.

Велосипедсылар өсөн дистанцияла ҡала Мәҙәниәт һарайы оркестры бүләк иткән йәнле музыкаль оҙатыу көтөлмәгән бүләк булды. Финишта ҡатнашыусыларҙы «Өфө» футбол клубы көйәрмәндәре ҡаршы алды. Велойүгереүҙән тыш, интерактив майҙансыҡтар ҙа эшләне: велоПоло һәм фигуралы йөрөтөү, шулай уҡ мерч-палатка һәм фотозона.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA