Өфө - илдәге йәшел мегаполистарҙың тәүге өсәү иҫәбендә

Өфө Рәсәйҙең иң йәшел миллионлы ҡалалары рейтингында өсөнсө урынды алды.

Өфө Рәсәйҙең иң йәшел миллионлы ҡалалары рейтингында өсөнсө урынды алды, уны «Роскосмос» белгестәре төҙөгән. Беренсе урында - Пермь, икенселә - Екатеринбург. Йәшелләндереүҙең иң түбән кимәле Краснодарҙа - 8,1.

Анализ «Канопус-В» спутниктар төркөмөнән йыһанды төшөргәндә уҙғарылған. Белгестәр Рәсәйҙең 16 миллионлы ҡалаһының йәшел зоналарын тикшергән. Уларҙың дөйөм майҙаны һәм тығыҙ төҙөлөш райондарында йәшелләндереү өлөшө иҫәпләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡаланы артабан төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү йәһәтенән Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә күп йыллыҡ сәскәләрҙе һәм үҫемлектәрҙе, ҡыуаҡлыҡтар һәм ағастар ултыртыуҙы, яңы аллеялар булдырыуҙы һәм булғандарын киңәйтеүҙе атаны.

Бынан тыш, муниципалитет ҡаланың тарихи үҙәгенең йәшел каркасын тергеҙеү мәсьәләһен хәл итә. Ағас ултыртыу урындары буш коридорҙар буйынса инженер коммуникацияларын иҫәпкә алып билдәләнәсәк. Шулай уҡ юлдарҙы төҙөкләндергән биләмәләрҙә комплекслы йәшелләндереүҙе дауам итеү планлаштырыла.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA