Өфөлә беренсе көҙгө өмә үтте

Өфөлә биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса көҙгө дөйөм ҡала өмәһе үтте.

10 сентябрҙә Өфөлә биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса көҙгө дөйөм ҡала өмәһе үтте.

Берҙәм тырышлыҡ менән ҡала биләмәһен таҙартырға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре, предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ҡала халҡы сыҡты. Ғәҙәттәгесә өмәлә Өфө ҡалаһы һәм райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты.

Өмәлә ҡатнашыусылар урамдарҙы сүп-сарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан таҙарттылар, яр буйҙарын, парктарҙы, скверҙарҙы, ихаталарҙы, газондарҙы тәртипкә килтерҙеләр.

Дөйөм ҡала өмәһендә 36700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, 590 берәмек техника йәлеп ителде, барыһы 1500 кубометр сүп-сар сығарып түгелде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 24 сентябрҙә Өфөлә ихаталарҙа, парктарҙа һәм ҡала урамдарында ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу буйынса «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA