10 сентябрҙә Өфөлә биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса көҙгө дөйөм ҡала өмәһе үтте.
Берҙәм тырышлыҡ менән ҡала биләмәһен таҙартырға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре, предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ҡала халҡы сыҡты. Ғәҙәттәгесә өмәлә Өфө ҡалаһы һәм райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты.
Өмәлә ҡатнашыусылар урамдарҙы сүп-сарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан таҙарттылар, яр буйҙарын, парктарҙы, скверҙарҙы, ихаталарҙы, газондарҙы тәртипкә килтерҙеләр.
Дөйөм ҡала өмәһендә 36700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, 590 берәмек техника йәлеп ителде, барыһы 1500 кубометр сүп-сар сығарып түгелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 24 сентябрҙә Өфөлә ихаталарҙа, парктарҙа һәм ҡала урамдарында ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу буйынса «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыласаҡ.