61-се мәктәптә Милли кейем көнө үтә

Милли костюм – ул өҫ кейеме генә түгел, ә халыҡтың мәҙәниәте, тарихы, йолалары һәм көнкүреше сағылышы. Ул рухи-мәҙәни мираҫты һаҡларға ярҙам итә.

Беҙҙең мәктәп йыл һайын милли кейем көнөн билдәләй. Был байрам беҙҙең республикала йәшәгән бар милләттең йолаларына, мәҙәниәтенә күҙ һалырға ярҙам итә. Милли кейемдәр көнөнә арнап беҙҙең мәктәптә “Беҙ бер ғаилә” һүрәт конкурсы,”Беҙҙең ғаиләлә милли кейемдең роле” фотоконкурс, “Ғаиләмдә бешерелгән милли аштар” презентация конкурстары үткәрелде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA