Өфө ҡалаһының Ленин районы мәғариф хеҙмәткәрҙәре август кәңәшмәһенә йыйылды

Өфө ҡалаһының Ленин районы мәғариф хеҙмәткәрҙәре август кәңәшмәһенә йыйылды. 30 август Өфө ҡалаһы Ленин районы М.Аҡмулла Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәғариф хеҙмәткәрҙәре “Мәғарифтә сифат менән идара: заман талабы һәм яңы мөмкинлектәр”. Пленар өлөштә Өфө ҡалаһының Ленин районы администрацияһы башлығы Олег Котов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Галина Ишмөхәмәтова һәм Владимир Нагорный, БР Өфө ҡалаһының ҡала округы депутаты Артур Шәйнуров, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Олег Котов сәләмләне һәм уҡытыусыларға һәм етәксе состовҡа рәхмәтен белдерҙе.

Район башлығы мәғариф системаһындағы сетерекле мәсьәләләрҙе бәйән итте, был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика август кәңәшмәһендә билдәләне.

Белем биреү мәсьәләһе район администрацияһында мөһим һорауҙарҙың береһе. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн ниндәй шарттар булдырылыуы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Июль айында туғыҙ мәктәптең директорҙары ҡыҫҡа ваҡытта смета эшләне һәм комплекслы капитал ремонт үтеү буйынса “Мәктәп мәғарифен модернизациялау” федераль программаһына инде, тип бәйән итте Олег Александр улы.

Үҙенең сығышында йыл һайын ҡала мәғариф организацияларында һанды арттырып барыуын да билдәләп китте. Әйтәйек, быйылҡы йылдың март айында “Затон-Көнсығыш” 1225 урынлыҡ мәктәпте төҙөү башланды.

Инеш өлөштә шулай уҡ университет ректоры Салауат Сәғитов:

-Беҙҙең университетҡа 55 йәш, үҙенсәлекле дата. Был йылдар арауығында ҙур ҡаҙаныштарға эйә булдыҡ. Һуңғы өс йылда Федераль бюджеттан һәм башҡа сығанаҡтарҙан матди техник базаны үҫтереү өсөн 500 миллион бүленде.

Шулай уҡ Салауат Сәғитов Педагогик университеттың 2-се башҡорт лицейы һәм 255-се һанлы балалар баҡсаһы менән ыңғай бәйләнгеш булдырыуҙы билдәләп китте.

Өфө ҡалаһының Ленин районы гуманитар һәм социаль мәсьәләләр буйынса етәксе Венера Ғафарова төп доклад менән сығыш яһаны. Үҙенең сығышында ул грант менән ярҙамды өҫтәмә финанслауҙа ҙур әһәмиәткә эйә булыуын күрһәтте. Мәҫәлән, “Хәҙерге заман мәктәбе” конкурсында федераль бюджеттан субсидия алыуҙа 97-се һанлы балалар баҡсаһы еңеүсе булды.

Венера Әсхәт ҡыҙы үҙенең докладында белем сифатына ла, уҡытыусылырҙын профессионаллек кимәленә лә асыҡлыҡ өҫтәне.

- Өс йыл эсендә Ленин районы юғары күрһәткестәргә эйә. 2022 йылғы БДИ йомғаҡтары буйынса 39-сы һәм 91-се гимназия уҡыусылары иң юғары балл йыя алған.

Кәңәшмәнең үҙәк тәртибе сиктәрендә талантлы балалар һәм йәштәрҙе табыу, уларҙың һәләттәрен һәм мөмкинлектәрен үҫтереүҙә ярҙам итеү буйынса Башҡортостан Республикаһының “Аврора” региональ центры директоры Олег Саргаев бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.

Олег Котов күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлелек һәм юғары профессионализм өсөн мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү менән тамамланы.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA