Калинин районының спорт ҡаҙаныштары

18-21 август Мәскәү өлкәһенең Видное ҡалаһында 14-15, 16-17,18-20 йәшлек ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында каратэ буйынса Рәсәй беренселеге булып үтте.

Калинин районының спорт ҡаҙаныштары

Ярыштарҙа Рәсәйҙең 6 төбәгенән 933 спортсы ҡатнашты.
Калинин районы намыҫын Рәсәй беренселегендә 12-се һанлы Олимпия резервы мәктәбе яҡланы һәм түбәндәге уңыштарға өлгәште:
48 кг. ауырлыҡта 16-17 йәшлек ҡыҙҙар араһында Садыкова Айгөл (тренеры Балабанов Николай Николаевич)- баҡыр миҙал яулаһа, 61 кг. тиклемге ауырлыҡ категорияһында 16-17 йәштәге егеттәр араһында Ромащенко Михаил (тренеры Тимербаев Олег Марат улы) – көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Спортсыларҙы яҡшы ҡаҙаныштары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм алдағы ярыштарҙа ла еүеүҙәр теләйбеҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA