Мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын ремонтлау сентябрҙә тамамланасаҡ

Йәйге осорҙа ҡаланың дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса ҙур эш алып барыла.

Йәйге осорҙа ҡаланың дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса ҙур эш алып барыла. Мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып  учреждениеларҙа ремонт үткәреү тора.

Әлеге ваҡытта Өфөлә 396 муниципаль белем биреү ойошмаһы эшләй, шуларҙың 126-һы мәктәп, 224 балалар баҡсаһы һәм 46 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы.

Уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә ҡала бюджеты иҫәбенә 7 белем биреү ойошмаһында «Өфө ҡалаһы ҡала округында мәғарифты үҫтереү» программаһы буйынса капиталь ремонт үткәрелә. Аҡса тәү сиратта ҡыйыҡтарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.

- Әлеге ваҡытта бөтә учреждениелар буйынса сауҙа үткәрелде һәм килешеүҙәр төҙөлдө. Эштәр башҡарыу графигына ярашлы алып барыла һәм үтәлешенең 70 процентын тәшкил итә. Сауҙалашыу һөҙөмтәһендә алынған экономия йәнә өс мәғариф учреждениеһының ҡыйыҡтарын ремонтлауға йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта подряд ойошмаларын билдәләүгә конкурс процедуралары бара, - тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың мәғариф идаралығы.

Капиталь ремонттан тыш, һәр учреждениела кабинеттарға, төркөм, йоҡо һәм уҡыу бүлмәләренә, ашханаларға һәм башҡаларға косметик ремонт үткәрелә.

Барлыҡ эштәр яңы 2022-2023 уҡыу йылына тамамланасаҡ.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA