Өфөлә моряктарҙың төп байрамы үтә

Бөгөн Рәсәйҙә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Еңеү паркында тантаналы сара уҙҙы.

Бөгөн Рәсәйҙә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Еңеү паркында тантаналы сара уҙҙы.

Байрам атом һыу аҫты кәмәһен ҡырҡыуҙа Андреев флагын күтәреү тантанаһынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Хәрби-диңгеҙ флоты һәм диңгеҙ пехотаһының Андреев флагтарын күтәреүҙән башланды.

Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы байрам менән Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡотланы.

– Бөгөн ҡыйыу кешеләрҙең матур байрамы - Хәрби-диңгеҙ флоты көнө. Байрамға бик күп өфөлөләр ҡайтмаған яугирҙәрҙе, бөгөн хеҙмәтен дауам итеүселәрҙе иҫкә алырға килде. Хәҙер илде, ҡаланы үҫтереүҙе, үҫеп килеүсе быуынды лайыҡлы тәрбиәләүҙе дауам итеү өсөн үҙен аямайынса Тыуған илен һаҡлағандарға рәхмәт әйтергә килдек, - тип билдәләне ул. - Күптән түгел Санкт-Петербургта «Өфө» һыу аҫты кәмәһен һыуға төшөрҙөк. Беҙҙең ҡала, республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһон һүҙҙәр менән әйтеп бөткөһөҙ. Һәр берегеҙгә хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтеп, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем.

Шулай уҡ паркка килгән кешеләрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Салауат Хөсәйенов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡотланы.

Сара 671 проекттың һыу аҫты кәмәһенә сәскә һалыу тантанаһы менән тамамланды. Бынан тыш, төрлө наградалар, маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды, бик күп ҡотлауҙар яңғыраны.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA