“Шайморатов вариҫтары”, һеҙ ҡайҙа?

2019 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек нигеҙендә “Шайморатов вариҫтары” халыҡ проекты тормошҡа ашырылды.

“Шайморатов вариҫтары”, һеҙ ҡайҙа?

Акция барышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһында биографик мәғлүмәттәрҙең тулы исемлеге тупланды. Йыйылған материалдар буйынса “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” тигән биографик белешмә әҙерләп нәшер ителде.

Әммә байтаҡ яугирҙәр исемдәре был йыйынтыҡҡа инмәй ҡалған. Шуға күрә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы акцияны ҡабаттан иғлан итә.

Республика халҡын музей, мәктәп, ғаилә архивтарында һаҡланған мәғлүмәттәр менән уртаҡлашырға саҡырабыҙ.

Анкетаның электрон вариантын «Бәйләнештә» социаль селтәренең «Шаймуратовцы/Шайморатов вариҫтары» төркөмөндә табырға була (https://vk.com/shaimuratov120).

Тупланған яугирҙәр биографияһын 1 августка тиклем shaymuratov120@yandex.ru электрон адресына ебәрергә мөмкин.

 

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #Шайморатов #Шаймуратов #Шаймуратовцы #ШайморатовВариҫтары


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA