Өфөлә балалар өсөн йәйге һауыҡтырыу кампанияһы дауам итә. Баш ҡалалағы балалар лагерҙарының эше менән Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев танышты. Бөгөн ул «Аҡсарлаҡ» лагерында булды, унда 56 бала ял итә.
Учреждение директоры Мария Суворова билдәләүенсә, лагерға быйыл 86 йыл тула. Ял итергә теләүселәр йылдан-йыл арта, ә һыйҙырышлылығы ҙур түгел. Хәҙер балалар һауыҡтырыу лагеры йәй көнө генә эшләй. Әммә уның базаһы һәм биләмәһе уны йыл әйләнәһенә файҙаланыу хаҡында уйланырға мөмкинлек бирә.
- Быйыл беҙ йыл әйләнәһенә ял итеү программаһын ойоштороу өсөн төҙөкләндереү программаһына эләктек. Торлаҡ корпусы һәм ашхана бинаһы төҙөкләндереләсәк, - тип билдәләне ул.
Ратмир Мәүлиев бында балалар йәшәгән корпустарҙы, ашхананы, китапхананы һәм хеҙмәт бүлмәләрен ҡараны. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, туҡланыу һәм ял итеү мәсьәләләренә айырым иғтибар бирҙе.
Шулай уҡ балалар менән аралашты, уларҙың ял итеүҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Бөгөн лагерҙа һабантуй үтә, төрлө спорт һәм мәҙәни саралар ойошторола.
- Лагерь территорияһы ярайһы уҡ ҙур һәм яңыртыуҙы талап итә. Корпустарҙың береһе 1936 йылғы. Яңы корпустар төҙөү, уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу - беҙҙең бурысыбыҙ. Дөйөм алғанда балаларҙың йәйге ялы - мөһим социаль йүнәлеш. Бөгөн Өфөлә бер юлы 800-ләгән бала ял итә. Беҙҙең ҡала масштабында алғанда был бик әҙ. Ял итеүсе балалар һанын арттырырға кәрәк. Шуның өсөн дә тиҙҙән яңы корпустарҙы проектлауға тотонасаҡбыҙ, - тип һүҙен йомғаҡланы Ратмир Мәүлиев.