Үткән аҙнала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дамир Фаяз улы Ғәлимуллин эш осрашуында «Башҡорт туңдырмаһы» предприятиеһында булды һәм уны киңәйтеү, үҫтереү мөмкинлектәрен ҡараны. Осрашыуҙа шулай уҡ Калинин районы хакиммиәте башлығы урынбаҫары Юлиә Марат ҡыҙы Зиннәтуллина, Өфө ҡалаһының иҡтисад һәм инвестиция идаралығы етәксеһе Тимур Борис улы Хафизов, яауаплылығы сикләнгән «Башҡорт туңдырмаһы» йәмғиәте директоры Екатерина Олеговна Зеленкина ҡатнашты. Улар производство менән танышты, етештерелгән продукцияның сифатын тикшерҙе, коллектив һәм етәкселек менән аралашты.