Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәңәш бирәбеҙ.
Көньяҡ курортҡа килгәс тә (мәҫәлән, Ҡара диңгеҙгә), тәүге көндө үк ҡояшта ҡыҙынырға ашыҡмағыҙ. Беренсе көндә яныу алһағыҙ, эштәр хөрткә китәсәк. Шулай уҡ ҡояшта оҙаҡ ҡыҙынһаң, башҡа эҫе ҡабыуы ла ихтимал.
Төп ҡағиҙәләр:
шундуҡ оҙаҡ ҡыҙынмағыҙ, иртәгәһенән башлап көн дә 5–10 минутҡа оҙайта барығыҙ;
көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 4-кә тиклем ҡояштан ҡасығыҙ;
тәүге 2–3 көндә ҡыҙыныуҙан (от загара) крем һөртөгөҙ, һуңынан яйлап ҡыҙыныу өсөн кремын ҡулланығыҙ;
башығыҙға кейергә онотмағыҙ;
ҡыҙынғандан һуң һыуыҡ һыуҙа сайҡанырға ашыҡмағыҙ, бер аҙ көтөп тороғоҙ.
13.07.2022
2773