Йәштәр көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтың ҡотлауы.

Йәштәр көнө менән!

Хөрмәтле йәш өфөлөләр!

Һеҙҙе Йәштәр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Йәшлек - ул сәләмәт оптимизм, мөхәббәт, киләсәккә ышаныс, көс, ҡыйыулыҡ һәм бер аҙ шаянлыҡ.

Заманса йәш кеше - талантлы, маҡсатҡа ынтылышлы, спорт менән шөғөлләнгән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, тыуған ҡалаһының киләсәге өсөн үҙ яуаплылығын тулыһынса аңлаған кеше.

Тормошта үҙегеҙҙе таба алырһығыҙ, тип ышанам. Иң мөһиме - яңы эштәрҙән ҡурҡмаҫҡа өйрәнеү.

Һеҙгә үҫмерҙәрсә дәртегеҙҙе һәм амбицияларығыҙҙы мөмкин тиклем оҙағыраҡ, үҙ принциптарығыҙға таянып һаҡлауығыҙҙы теләйем! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм бәхетле булығыҙ!

 

 Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA