26 июндә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы яры буйы Башҡортостан Республикаһында Рәсәй йәштәре көнөн байрам итеүҙең төп майҙансығына әйләнде.
Биләмә бер нисә тематик зонаға бүленде. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы барлыҡҡа килде: ваҡиғалар, ижади һәм спорт. Бәләкәй амфитеатрҙың сәхнә майҙансығында йәш ижад эшмәкәрҙәре, «Студент яҙы» фестивалендә ҡатнашыусылар сығыш яһаны, ҡала сығарылыш кисәһе үтте. Тематик күргәҙмәләр, гейм-майҙансыҡ һәм башҡалар тәҡдим ителде.
Спорт сараларында теләгән һәр кем баскетбол уйнай, велосипедта йөрөй, мас-рестлингта һәм армрестлингта үҙ көсөн һынап ҡарай алды.
Республиканың төп юғары уҡыу йорттары оҫталыҡ дәрестәре, ижади сығыштар, күргәҙмәләр, фотозоналар, квиздар ойошторҙо.
Майҙансыҡтарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев булды.
Шул уҡ көндө йәштәр байрамы яңыртылған «Ҡашҡаҙан» паркында үтте. Бында үҙенең «гастролдәре» менән «АРТ-Квадрат» килде. Сәхнәлә джаз музыкаһы яңғыраны, һуңынан диджейҙар сығыш яһаны.