Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды. Йыл һайын ул Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм башҡа илдәрҙән байтаҡ артистарҙы йәлеп итә. Кисә «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатр ғәҙәттәгесә тамашасылар менән тулыланды.
Фестивалдең тәүге көнөнөң девизы - «Башҡортостанда тыуғандар». Төрлө йылдарҙа был девиз аҫтында классик музыканттар, опера йырсылары, поп-башҡарыусылар сығыш яһаны.
Быйыл фестиваль сәхнәһе 1 каналдың популяр «Голос» шоу-проектында ҡатнашыусыларға бирелде. Проект 10 йыл инде илебеҙҙә таланттар әҙерләү урыны булып тора.
Кисәнең хедлайнерҙар булып « XXI быуат ТенорА » арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө сығыш яһаны.
Фестивалдең беренсе көнө сағыу фейерверк менән тамамланды.
Иртәгә өфөлөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын «Симфоник төн» көтә. Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры донъя классикаһы шедеврҙарын тәҡдим итәсәк. Дирижер пульты артында - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.