Республика халҡын июлдә өҫтәмә ял көнө көтә

Республика Хөкүмәтенең 2021 йылдың 2 сентябрендә сыҡҡан 431-се  ҡарарына ярашлы, 9 июль – Ҡорбан байрамы ял көнө тип иғлан ителде.

Республика халҡын июлдә өҫтәмә ял көнө көтә

Быйыл Ҡорбан байрамы шәмбе көнөнә тап килә. Шуға ял көнө дүшәмбе, 11 июлгә күсә.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 9, 10 һәм 11 июль ял итәбеҙ. Йома, 8 июлдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.


Йыллыҡ түләүле отпуск бирелгәндә Ҡорбан байрамы календарь көн иҫәбенә индерелмәй.

Ҡорбан байрамы – Исламда төп байрамдарҙың береһе. Был көндө изге ниәт менән ҡорбан салына һәм уның ите мохтаждарға таратыла.
Байрам өс көн дауам итә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA