Өфө Рәсәй һәм Ҡытай ҡалалары менән алты яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Рәсәй ҡалалары араһындағы ниәттәр тураһында протокол үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙы күҙ уңында тота.

17 июндә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Өфө, Екатеринбург, Ҡазан, Хабаровск һәм Ҡытый ҡалалары Цицикар менән Гуанчжоу араһында алты яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Осрашыу видеоконференция форматында үтте.

Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Ратмир Мәүлиев хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә һәм киңәйтеүгә ҡыҙыҡһыныу күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бөгөн Өфө тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлектә әүҙем ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа тығыҙ һәм оҙайлы муниципаль-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Уларҙың һөҙөмтәһендә 18 сит ил һәм 14 Рәсәй ҡалалары менән хеҙмәттәшлек булдырылды, - тип билдәләне ул. - Ҙур хеҙмәттәшлек тәжрибәһе булғанда, файҙалы мөнәсәбәттәр булдырырбыҙ, тип ышанам.

Шулай уҡ Ратмир Рәфил улы һүҙен тамамлап, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы Өфө ҡалаһының 2024 йылда билдәләнәсәк юбилейына саҡырҙы.

Рәсәй ҡалалары араһындағы ниәттәр тураһында протокол мәҙәниәт, мәғариф, спорт, туризм, йәштәр сәйәсәте, фәнни-техник инновациялар, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, сәнәғәт һәм башҡа өлкәләрҙә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ ҡаланың инновацион эшмәкәрлеген һәм әүҙемлеген дәртләндереү, халыҡ-ара статусын күтәреү, ижтимағи үҫеш һәм сәскә атыуҙың юғары кимәленә өлгәшеү өсөн ҡалаларҙың имиджын яҡшыртыу килешеүҙең мөһим аспекттары булып торҙо.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA