Һабантуйҙа балалар төрлө милли уйындарҙа көс һынашты; уҡтан атып, самауыр ҡайнатып, көрәшеп һәм көйәнтә менән йүгереп ярыштылар.
Иң ҡыҙыу бәйге көрәшселәр араһында барҙы, әлбиттә. Ярышты баш судья – милли көрәш буйынса билдәле тренер, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаһанған хеҙмәткәре Йәлил Йосопов һәм Рәсәй чемпионы, халыҡ-ара бәйгеләр еңеүсеһе Салауат Йосопов алып барҙылар.
«2022 йылдың абсолют батыры» исемен Радмир Мөхәмәтшин яулап алды. Ә уҡтан атыуҙа Диана Зиятдинова иң мәргәне булып сыҡты. Радмир һәм Дианаға беренсе урын өсөн велосипедтар тапшырҙылар. Бүләктәр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова һәм ООО «Снема» директорҙар советы рәйесе Альберт Баһаутдинов тарафынан әҙерләнгән.
Йыйын ҡунаҡтары башҡорт милли костюмында фото төшөп, самауыр ҡайнатып сәй эсеп ял итте.Иҙел Нурғалин, Иршат Ғәниев һәм 48-се башҡор лицйының «Дуҫлыҡ» ансамбле башҡарыуында концерт та үтте һабантуйҙа.
Күмәкләшеп, күңел асып, уйнап-көлөп, еңеп-еңелеп, йырлашып-бейешеп гөр килде Турбаҫлы һабантуйы!