«Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында мультимедиалы фонтанды асыу тантанаһы үтте. Сараны асыу тантанаһы Рәсәй көнөнә, Салауат Юлаев көндәренә һәм Өфө ҡалаһы көнөнә арналған « ... тиклем ике аҙым» фестивале сиктәрендә уҙҙы. Бөгөн шулай уҡ паркты реконструкциянан һуң техник асыу үтте.
Гидродинамик фонтан күлдең уртаһында урынлашҡан. Ул Уралда ошондай типтағы беренсе фонтан. Заманса әйләнеп тороусы форсункалар ярҙамында ул төрлө режимда эшләй, утлы, яҡтыртыу һәм музыкаль ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ бер нисә тиҫтә метрға өҫкә атыу өсөн аиршутинг юғары баҫымлы форсункалар менән йыһазландырылған. Ағымдың иң юғары бейеклеге - 25 метр.
Бынан тыш, күл буйында ике лазер ҡуйылған. Улар һыу ағымында эш итәсәк һәм һыу картинаһын тулыландырасаҡ.
Фонтанды асҡандан һуң уның эшенә һәм графигына төҙәтмәләр индереләсәк. Тиҙҙән, бөтә эштәр тамамланғас, проектор ярҙамында һыу экранында төрлө видеопроекциялар күрһәтеләсәк.