Һыуға тәрән инергә кәрәкмәй, бигерәк тә, әгәр йөҙә белмәһәгеҙ йәки насар йөҙһәгеҙ. Үҙ көстәрегеҙҙе һәр ваҡыт иҫәптә тотоғыҙ. Һыу температураһын, ағымын, һыу ятҡылыҡтарының характерын хәүефһеҙ һыу инеү өсөн иҫәпкә алырға тейешһегеҙ.
Балалар өлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш. Был ҡағиҙә бөтә йәштәге балаларға ҡағыла. Биш йәшкә тиклем балаларҙы яҡында тотоғыҙ, һыу ятҡылыҡтары йәки яр буйы булыуына ҡарамаҫтан. Әгәр бала олораҡ булып, хатта, йөҙә белһә лә, уның менән һәр саҡ бергә булырға һәм уның менән һыуға инергә иренмәгеҙ. Өлкәнерәк йәштәге баланы алдан ҡағиҙәләр менән таныштырығыҙ, нисек үҙеңде һыуҙа тоторға, ниндәй уйын төрҙәре рөхсәт ителә, ә нимәләр юҡ икәнен асыҡлағыҙ. Һыуға һикереү һәм сумыу хәүефле һәм үлемесле булыуы мөмкин.
Һауа торошо насар булғанда яр буйында ҡалығыҙ. Насар һауа торошонда йөҙөргә лә, кәмәлә сығырға ла кәрәкмәй.