Һыу инеү хәүефһеҙ булһын өсөн

Махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә һәм ял итергә була. Һыу буйында таҙа ҡом, һыуға инеү өсөн уңайлы һөҙәк, ҡотҡарыусылар өсөн йыһазландырылған урын – былар барыһы ла һыу буйында хәүефһеҙ һәм уңайлы ял итеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Һыу инеү хәүефһеҙ булһын өсөн

 Һыуға тәрән инергә кәрәкмәй, бигерәк тә, әгәр йөҙә белмәһәгеҙ йәки насар йөҙһәгеҙ. Үҙ көстәрегеҙҙе һәр ваҡыт иҫәптә тотоғыҙ. Һыу температураһын, ағымын, һыу ятҡылыҡтарының характерын хәүефһеҙ һыу инеү өсөн иҫәпкә алырға тейешһегеҙ.

Балалар өлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш. Был ҡағиҙә бөтә йәштәге балаларға ҡағыла. Биш йәшкә тиклем балаларҙы яҡында тотоғыҙ, һыу ятҡылыҡтары йәки яр буйы булыуына ҡарамаҫтан. Әгәр бала олораҡ булып, хатта, йөҙә белһә лә, уның менән һәр саҡ бергә булырға һәм уның менән һыуға инергә иренмәгеҙ. Өлкәнерәк йәштәге баланы алдан ҡағиҙәләр менән таныштырығыҙ, нисек үҙеңде һыуҙа тоторға, ниндәй уйын төрҙәре рөхсәт ителә, ә нимәләр юҡ икәнен асыҡлағыҙ. Һыуға һикереү һәм сумыу хәүефле һәм үлемесле булыуы мөмкин.

Һауа торошо насар булғанда яр буйында ҡалығыҙ. Насар һауа торошонда йөҙөргә лә, кәмәлә сығырға ла кәрәкмәй.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
bwslot168 bwslot168 rtp slot rp8888 slot777 rp888 login keris4d rp8888 rtp slot bwslot168 bwslot168 keris4d keris4d rp888 muara777 rp8888 keris4d andara88 rp8888 rp888 slot777 slot777 slot777 rp8888 rp8888 rp8888 andara99 rp888 rp8888 slot777 rp888 roket303 rp888 rp888 rp888 rp888 slot777 rp888 slot88 rp888 kingdomtoto royaltoto sultantoto direkturtoto rp888 rp888 slot88