Өфөлә юлдарҙы ремонтлау дауам итә. Объекттарҙың күбеһе «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса яңыртыла. Атап әйткәндә, быйыл Өфөлә федераль программа буйынса, ҙур аҡса талап иткән проекттарҙан тыш, дөйөм оҙонлоғо яҡынса 23 саҡрым булған 17 юл участкаһын норматив хәлгә килтереү күҙаллана.
Милли проектты тормошҡа ашырғанда социаль әһәмиәтле объекттарға илткән юлдарҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә. Шулай итеп, төҙөкләндереү миҙгеле аҙағына мәктәптәргә, балалар баҡсаларына һәм спорт объекттарына алып барған ете саҡрым самаһы урам-юл селтәре участкалары төҙөкләндереләсәк. Ғабдулла Амантай, Гвардейский, Завод, Кәрим Хәкимов, Кемеров, Суворов, Чернышевский урамдары, Рәсәй тыҡрығы яңыртыла.
Әлеге ваҡытта объекттарҙа эштәр әүҙем бара. Ғәҙәттәгесә, юлсылар иҫке бордюрҙарҙы һәм иҫке асфальтбетон япманы яңыларына алмаштыра, техник һыҙаттарҙы төҙөкләндерә, кәрәк булған ерҙә, тротуарҙарҙы ремонтлай. Һуңынан барлыҡ участкаларҙа ла юл билдәләре һыҙыласаҡ.